Эстәлеккә күсергә

Вельяминов-Зернов Владимир Владимирович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Вельяминов-Зернов Владимир Владимирович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 12 (24) ноябрь 1830
Тыуған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы[1]
Вафат булған көнө 30 ғинуар (12 февраль) 1904 (73 йәш)
Вафат булған урыны Киев, Рәсәй империяһы[1]
Нәҫеле Вельяминовы-Зерновы[d]
Һөнәр төрө востоковед, тарихсы, тюрколог, археолог, лингвист, нумизмат
Эшмәкәрлек төрө тарих[2], Шәрҡиәт[2], Төркиәт[2], археология[2], тел ғилеме[2] һәм нумизматика[2]
Уҡыу йорто Александровский лицей[d]
Ойошма ағзаһы Санкт-Петербург фәндәр академияһы[d] һәм Императорское Русское археологическое общество[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден Святого Владимира 3-й степени орден Святого Владимира 2-й степени орден Святого Станислава 1-й степени
Гражданский чин йәшерен кәңәшсе[d]
 Вельяминов-Зернов Владимир Владимирович Викимилектә

Вельяминов-Зернов Владимир Владимирович (31 октябрь 1830 йыл17 ғинуар 1904 йыл) — Рәсәй империяһының тарихсы-шәрҡиәтсеһе. 1851—1856 йылдарҙа Ырымбур һәм Һамар генерал-губернаторы В. А. Перовский ҡарамағындағы махсус эштәр буйынса чиновник. Санкт Петербург Фәндәр академияһы академигы (1861) һәм почётлы ағзаһы (1890), төрөк-татар телдәре докторы (1866). Действительный тайный советник (1902). Дворяндарҙан. Башҡорттарҙың телен, этнографияһын һәм тарихын өйрәнеүсе, Хөсәйенбәк кәшәнәһен тасуирлаусы.

Владимир Вельяминов-Зернов 1830 йылдың 31 октябрендә (яңы стиль буйынса 12 ноябрҙә) Санкт-Петербургта дворян ғаиләһендә тыуған. Александровский лицейында уҡый. Лицейҙа уҡыған сағында уҡ йәһүд, ғәрәп һәм фарсы телдәрен өйрәнә. Лицейҙы тамамлағандан һуң 1850 йылда Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Азия департаментында хеҙмәт итә башлай[3].

1851—1856 йылдарҙа Владимир Вельяминов-Зернов Ырымбур һәм Һамар губернаторы Василий Перовскийҙың махсус йөкләмәләр буйынса чиновнигы була. 1853 йылда губернатор менән бергә Коканд походында ҡатнаша, был поход Аҡ мәсет ҡәлғәһен алыу менән тамамлана. Владимир Владимирович урындағы телдәрҙе һәм һөйләштәрҙе, башҡорттарҙың, ҡаҙаҡтарҙың һәм башҡа төрки халыҡтарҙың этнографияһын һәм тарихын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән өйрәнә. Бында урындағы архив материалдары буйынса «Абдул-Хәир хан (1748—1765) вафатынан һуң ҡырғыҙ-ҡайсаҡтарҙың Рәсәй менән Урта Азияға мөнәсәбәте тураһында тарихи хәбәрҙәрен» («Исторические известия о киргиз-кайсаках в отношении России со Средней Азией со времён кончины Абдул-Хаир хана (1748—1765)») тип аталған ҙур хеҙмәтен яҙа; башта урындағы Ырымбур гәзиттәрендә баҫылып сыға, 1853—1855 йылдарҙа Санкт-Петербургта ике томда, һуңынан айырым китап булып Өфөлә (1853, 1853) нәшер ителә[4].

1856 йылда Петербургҡа ҡайтҡас, Азия департаментында хеҙмәтен тәржемәсе булып дауам итә. 1859 йылда Бохара һәм Хиуа тәңкәләре тураһында эше баҫылып сыға, унда тәңкәләр тасуирламаһы менән бер рәттән көнсығыш ҡулъяҙмаларынан тәржемәләр килтерелә. 1859 йылдың февралендә ул Рус археология йәмғиәтенең Көнсығыш бүлексәһе секретары итеп һайлана, һуңынан, 1861 йылдан 1872 йылға тиклем археология йәмғиәтенең секретары вазифаһын башҡара. 1866 йылда Санкт-Петербург университетында төрөк-татар әҙәбиәте докторы дәрәжәһен ала. 1858 йылдың 6 июненән Император фәндәр академияһының тарих-филология бүлегенең лингвистика разряды буйынса адъюнкты (мосолман телдәре); 1861 йылдың 1 декабренән 1878 йылдың 15 февраленә тиклем — экстраординар академик, рус ғалимдары араһынан беренсе академик-көнсығыш белгесе. 1888 йылдың 30 июленән ул Киев уҡыу округы попечителе вазифаһына тәғәйенләнә. 1889 йылда Киев, Волынск һәм Подольск губерналарында боронғо документтарҙы тикшереү буйынса комиссия рәйесе, Нестор-йылъяҙма йәмғиәтенең почётлы ағзаһы. Һуңынан отставкаға сыға һәм үҙен тулыһынса фәнгә бағышлай.[4][3]

1904 йылдың 17 (30) ғинуарында Киевта оҙаҡ ауырыуҙан һуң вафат була. Орёл губернаһының Кесе Архангел өйәҙендә ерләнгән[4].

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғалим археография, шәрҡиәт, сығанаҡтарҙы өйрәнеү, нумизматика, тел ғилеме менән шөғөлләнә. башҡорттарҙың төрки сығышлы булыуына ныҡлы ышана. Фәнни әйләнешкә тархан жалованный грамоталарын һәм XVII—XIX быуаттарҙың башҡа тарихи сығанаҡтарын индерә. Табылған архив мәғлүмәттәре нигеҙендә «Источники для изучения тарханства, жалованного башкирам русскими государями» тигән хеҙмәтен яҙа, һуңыраҡ (1864 йылда) «Записки Академии наук» тигән йыйынтыҡта баҫылып сыға. Археология йәмғиәтенең Көнсығыш бүлексәһе хеҙмәттәрендә (С.-Петербург, 1859) сыҡҡан «Башҡортостанда ғәрәп-татар яҙмаһы менән ҡомартҡы» тигән мәҡәләлә Хөсәйенбәк кәшәнәһенең ентекле ғилми тасуирламаһы бирелә, ҡоролманың теүәл үлсәмдәре, ғәрәп телендәге яҙыуҙарҙың төп нөсхәһе урыҫ теленә тәржемәһе менән килтерелә, архив документтарына һылтанма менән XIV—XV быуаттарҙа башҡорттарҙың тормошо тураһында очерк бирелә[4].

  1. 1,0 1,1 Вельяминов-Зернов Владимир Владимирович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 Чешская национальная авторитетная база данных
  3. 3,0 3,1 Зобов Ю. С.. Вельяминов-Зернов Владимир Владимирович, Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан», bashenc.online/ru (10 октябрь 2019). 24 май 2025 тикшерелгән.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Исследователи Башкирии: Владимир Вельяминов-Зернов (К 185-летию со дня рождения выдающегося русского ученого), Башинформ (31 октябрь 2015). 24 май 2025 тикшерелгән.